Өфөнөң «Динамо» стадионында илебеҙ төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан командалар ҡатнашлығында мини-футбол буйынса Рәсәй чемпионаты үтә.
Сит илдәр һәм Рәсәй табиптарын берләштергән спорт байрамы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, тармаҡ профсоюздары, Башҡорт дәүләт медицина университеты тарафынан ойошторолған. Яуаплы, ҡатмарлы һөнәр эйәләре спорт ярыштары аша үҙҙәрен рухи һәм физик яҡтан көслө кешеләр булараҡ иҫбатлай.
Унынсы юбилей чемпионатында Башҡортостандан өс команда ҡатнаша. Ярыштар «Динамо» стадионынан тыш, Башҡорт дәүләт медицина университетының спорт комплексында ла үтә. Мини-футбол буйынса ярыштар быға тиклем Санкт-Петербургта уҙғарылған.



