Учалыла грант ярҙамында Йәштәр йорто асылды

Федераль грант ярҙамында бина тулыһынса төҙөкләндерелгән, ишек-тәҙрәләр яңыртылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәү эштәре башҡарылған, заманса ҡорамалдар һәм мебель һатып алынған. Үҙәктә ваҡытты файҙалы үткәреү - белем алыу, фекерҙәр менән алышыу, дисскусиялар уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.

Хореографтарға - көҙгөлө зал, сәнғәт һөйөүселәргә - тауыш яҙҙырыу студияһы, йәш геймерҙар һәм программистарға - компьютерҙар менән йыһаздандырылған бүлмә ҡаралған. Объектты асыу тантанаһында Учалының әүҙем йәштәре ведомство, район хакимиәте Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Учалы ҡалаһында йәштәр өсөн төрлө акциялар, фестивалдәр уҙғарыла, күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Үҙәктең асылыуы саралар планын байытырға ярҙам итәсәк, һәләтле быуын тәрбиәләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.

Стелла Зәйнуллина, «Беренселәр Хәрәкәте»нең Учалы бүлексәһе советы рәйесе

Учалылағы Йәштәр йорто - «Мәғариф» милли проектының «Йәштәргә ярҙам системаһын үҫтереү» проекты буйынса реновацияға федераль аҡса бүленгән өс объекттың береһе. Ҡалғандарына килгәндә, тиҙҙән Нефтекамала ошондай уҡ объект барлыҡҡа килә, декабрь аҙағынан Өфөлә республика йәштәр психология үҙәге эшләй башланы. Һуңғыһында йәштәрҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә лә психологик ярҙам күрһәтелә. Быйыл мартта Күмертауҙа һәм Краснокама районында Йәштәр үҙәктәре асыу планлаштырылған, биналары республика аҡсаһына төҙөкләндерелә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров барлыҡ муниципалитеттарҙа ла заманса йәштәр үҙәктәрен ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Берәүҙәр ижад, икенселәр фән һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһына, йәмәғәт эше менән шөғөлләнеүселәр күп. Тәүмаҡсат - һәләтле йәштәрҙе бер урында туплап, заманса сервистар ярҙамында уларға үҫеш мөмкинлектәре биреү.

Яна Гайдук, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ