Балаҡатай районы Билән урта мәктәбендә 38 йылдан ашыу һөнәренә тоғро уҡытыусы эшләй

Уҡытыу эшендә 38 йылдан ашыу. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, тәжрибәле остаз Рәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы Ғәйнетдинова Балаҡатай районы Билән урта мәктәбендә эшләй. Һәр баланың яҙмышында, һөнәр һайлағанда дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш биргән оло йөрәкле шәхестең тормош юлы һәм педагогик тәжрибәһе менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Иртә менән мәктәпкә ашығыусы Билән ауылындағы һәр кешегә таныш һәм яҡын. Ул утыҙ һигеҙ йылдан ашыу яратҡан һөнәре буйынса эшләүсе мәғариф алдынғыһы Рәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы Ғәйнетдинова. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Мәсетле районы Әжекәй ауылында бер йыл эшләй. Һуңынан тыуған ауылы Биләнгә ҡайта . Уҡытыусы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте өйрәтеүҙән тыш, ысын илһөйәрҙәр ҙә тәрбиәләй.

Рәмилә Ғәйнетдинова бала сағында малай-ҡыҙҙарҙы өҫтәл артына теҙеп ултыртып уҡытыусы булып уйнарға яратҡан. Кескәй Рәмиләнең был уйыны киләсәк һөнәрен билдәләгән. Етенсе синыфты тамамлағандан һуң уҡытыусы булыу теләге уны Мәсәғүт педагогия училищеһына алып килә. Был фотһүрәттәрҙә уның студент йылдары хәтирәләре. 1975 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Баш ҡалала уҡыу уға үҙен шәхес булараҡ раҫларға киң мөмкинлектәр асҡан. Ойоштороу һәләте көслө булған стулент Өфөнөң Киров районы депутаты итеп һайлана. Студент отряды составында ГДР-ҙың Галле ҡалаһында ла эшләй.

Уҡытыусы һөнәре уҡыусылары менән көслө. Балалар психологияһы, педагогика өлкәһендә тәрән белемле остаздары өлгөһөнә эйәреп уҡытыусылыҡты һайлағандар бөгөн Башҡортостандың фәнни элитаһын тәшкил итә. Улар араһында фолология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова ла бар.

Сабыр, оло йөрәкле ханым йәш быуынға һәр яҡлап лайыҡлы үрнәк. Ауыл уҡытыусыһы ошо ағас бинала урынлашҡан мәктәптә үҙенең эшен дауам итеүсе дүрт тиҫтәнә яҡын мөғәллим әҙерләгән.

Рәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында мәктәп бинаһы булараҡ хеҙмәт иткән 19 -сы быуат ҡомартҡыһы яңынан халыҡ өсөн файҙалы эштәрҙә ҡулланылһын ине тигән теләктә ҡала.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ