Пилотһыҙ осоу аппараттары беҙҙең ысынбарлыҡ. Был өмөтлө йүнәлеш һәм беҙ уны үҫтереү йәһәтенән ҙур эш алып барабыҙ. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
Төбәк башлығы белдереүенсә, Башҡортостандың бөтә Рәсәй гранттар һәм субсидиялар конкурсында еңеп сығыуы пилотһыҙ осоу апараттарына өйрәтеү үҙәге асыу мөмкинлеге бирҙе. Ул колледждарҙың береһендә барлыҡҡа киләсәк.
Бынан тыш 20 мәктәптә махсус түңәрәктәр асыу ҡарала. Әле республикала ике колледж пилотһыҙ аваиация системаларын файҙаланыу һөнәренә уҡыта. Белем алырға теләүселәр өсөн 100 бюджет урыны ҡаралған, тип яҙа Радий Хәбиров.



