Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды

Хәрбиҙәр Яңы йылды өйҙә, ғаиләләре һәм яҡындары янында ҡаршылаған. Улар әйтеүенсә, байрам ысын мәғәнәһендә яҡты һәм күңелле үткән. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер. Хәрбиҙәре оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт һарайы алдында үтте.

Отпускаға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юлланды. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Батыр яҡташтарыбыҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ