Йөрәккә тура булмаған массаж һәм яһалма тын алыу күнегеүҙәрен яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте

Практик күнегеүҙәрҙе Өфөләге “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Уҡытыу-методик үҙәге уҡытыусылары көтөлмәгән хәл килеп сыҡҡан осраҡта нисек дөрөҫ эш итергә кәрәклеген һәм тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү тәртибен һөйләне. Һәр кем алынған белемде практикала маникендарҙа нығыта барҙы. Акция барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрҙөләр.

Акцияны үткәреү өсөн сауҙа үҙәге юҡҡа ғына һайланманы. Яңы йыл барамдарында бында халыҡ күпләп йөрөй. Мөмкин тиклем күберәк кешегә төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләп ишеттергебеҙ килә. Айырыуса, балалар ҡыҙыҡһына, улар өсөн бүләктәр ҙә ҡаралған. Республикала уҡытыу-методика үҙәге эшләп килә. Ул Максим Горький урамы 35а адресы буйынса урынлашҡан. Теләгән һәр кем тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәнә ала.

Татьяна Норкина, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты утытыу-методика үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ