Яңы йылдан яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде
- Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше, минималь эш хаҡы күләме һәм пенсия арта, ә йәш ярымға тиклемге бала ҡарау буйынса пособиеларҙы эш хаҡы менән бер үк ваҡытта алырға мөмкин. 2024 йылдың ғинауарынан ғәмәлгә инәсәк төп үҙгәрештәр тураһында ҡыҫҡаса.
- Ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме 18,5 процентҡа артты. Хәҙер ул 19 мең 242 һум тәшкил итә. Һөҙөмтәлә 5 миллионға яҡын кешенең эш хаҡы артыуы күҙаллана. Үҙгәрештәр пособие һәм башҡа социаль страховка түләүҙәре күләменә лә ҡағыла.
- Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы күләме лә арта. Хәҙер ул уртаса 23 449 һум тәшкил итәсәк.
- Ауыр тормош шарттарында ҡалған, эшен юғалтҡан йәки айлыҡ килеме һиҙелерлек кәмегән заемсы банкка мөрәжәғәт итеп, бер ниндәй штрафһыҙ кредит түләүҙе билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем туҡтатып торорға хоҡуҡлы.
- Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшенең юғары сиге 27 йәштән 30 йәшкә тиклем арттырылды.
- Бала ҡарау буйынса пособие ата-әсәләр эшкә сыҡҡан осраҡта ла түләнәсәк. Быға тиклем йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиены декрет ялында булған ата-әсә, ярты ставкаға йәки өйҙә эшләгән осраҡта ғына түләнде. Хәҙер, тулы көнгә эшкә сыҡҡанда ла, пособие хоҡуғы һаҡлана.
- Башҡортостанда социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Был Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләре һәм Рәсәйҙең сик буйы территорияларында эшләүсе, урындағы халыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүсе ойошмаларға ҡағыла.