Башҡортостан йәмәғәтслеге Рауил Шаммасты һуңғы юлға оҙатты

93 йәшендә Рауил Шаммас вафат булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры менән хушлашыу бөгөн Зәки вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы. Әҙипте һуңғы юлға оҙатырға хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм яҡындары килгәйне.

Рауил Шаммасов Стәрлебаш районы Хәлекәй ауылында 1930 йылдың 9 ноябрендә тыуған. Төрлө йылдарҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләй. Һуңыраҡ яҙмышын журналистика менән бәйләй. Ә 1973 йылдан Башҡортостан яҙыусылдары союзы ағзаһы итеп һайлана. Йәш шағирҙың әҫәрҙәре үткән быуаттың 50-се йылдарында баҫтырыла башлай.

Рауил Шаммас тыуған ерендә - Стәрлебашта ерләнәсәк.

Рауил Шаммасовтың вафат булыуына бәйле республиканың рәсми вәкилдәре Халыҡ шағиры яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Некрологта билдәләнеүенсә, шағир ижадында илдең бер быуатлыҡ тарихы сағылыш тапҡан.

Бөйөк Ватан һуғышы темаһы, совет халҡының юғалтыуҙары һәм ғазаптары, илһөйәрлек, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте әҙип ижадында айырым урын алып тора.

Рауил Шаммастың лирик әҫәрҙәре буйынса тиҫтәләгән йыр ижад ителгән. Ул оҫта тәржемәсе булараҡ та танылыу яуланы: Самуил Маршак шиғырҙары, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, сыуаш шағирҙары әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемәләне. Һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан, тормош иптәше Гөлсөм Заһретдин ҡыҙы ярҙамында һуңғы көндәренә тиклем яңы әҫәрҙәр ижад итте. Халыҡ шағирының ҡаҙаныштарын дәүләт лайыҡлы баһаланы. Талантлы шағир, тыуған республика патриоты һәм һоҡланғыс кеше Рауил Сәхиулла улы Шаммасов тураһында хәтер мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ. Некрологҡа Башҡортостан башлығы Радий хәбиров, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ