Миловка ауылында асылған мәктәптә балалар төп дәрестәрҙән тыш тележурналистика, робототехника, аш-һыу оҫталығын үҙләштерә ала. «Гармония» тип аталған мәғариф учреждениеһы 600 балаға иҫәпләнгән. Уҡыуҙан тыш ваҡытта балалар виртуаль ысынбарлыҡ курстары үтә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы класында яңы һөнәрҙәргә өйрәнә ала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Был малай-ҡыҙҙарға дәрестә таҡтаға аҡбур менән яҙылған хәрефтәрҙе юйыу өсөн еүеш сепрәк кәрәкмәй. Ярты йыл эсендә һанлы таҡта яңы мәктәптә уҡыған уҡыусыларҙың яратҡан урынына әүерелгән.
Ошондай уҡ билдәләрҙе балалар яңы мәктәп бинаһына ҡуя. Заманса объект Миловка ауылында 2019 йылда төҙөлә башлаған. «Гармония» тип аталған уҡыу йортон күрше ауылда йәшәүселәр ҙә көтөп алған.
600 балаға иҫәпләнгән учреждениела төрлө түңәрәктәр алып барыу, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн шарттар етерлек. Төп уҡыу программаһынан тыш, балалар аш-һыу оҫталығы, тележурналистика, робототехника серҙәренә төшөнә ала. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәндә тәүге ярҙам күрһәтеү, виртуаль ысынбарлыҡ курстары һәм башҡа заманса программалар ғәмәлдә. Миловка ауылы балалары белем ата-әсәләренең бала саҡ хыялы булған мәктәптә белем ала.
Флорида Ким



