Мәскәү оҫтаханаларының береһендә Алтын урҙа осоро яугирының хәрби кейемдәре эшләнде. Хәрбиҙең һуғыш ҡорамалдары һәм кейемдәре Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәгенә тапшырылды. Оҫталарҙың эшен БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова күҙәтте.
Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. Оҫта ҡалайҙы ҡыҙҙырып, башлыҡты кәрәкле формаға индерә. Уны эшкәртеү оҫталыҡ һәм тәжрибә талап итә. Башҡортостан заказын ҡабул иткән оҫтахана хеҙмәткәрҙәре тарихсылар менән кәңәшләшеп, яугирҙең тулы ҡиәфәтен Алтын урҙа осорона ҡарата оҡшатып эшләгән. Йыйылма образ Евразия күсмә халыҡтары музейында һаҡланасаҡ.
Башҡортостандың үҙенсәлекле заказы өҫтөндә 15 оҫтанан торған төркөм эшләгән. Хәрбиҙең кейеме, уҡ-һаҙаҡ, ҡоралдары - ла ҡулдан эшләнә. Ҡөръән сүрәләре яҙылған ҡалайға артабан алтын ялатыла.
Хәрби экипировка тәнде ҡырмаһын, һөжүм ваҡытында амортизация булып торһон өсөн эстән халат кейелгән. Уны тегеү өсөн тегеү-бесеү серҙәренән тыш, Андрей Давыдовҡа тарихи мәғлүмәттәргә лә мөрәжәғәт итергә тура килгән.
Хәрбиҙең кейеме, уҡ-һаҙаҡ, ҡоралдары ниһәйәт Башҡортостанға ҡайтты. Ул әлегә Фәнни производство үҙәгенә тапшырылды. 2024 йылда хәрби образ Башҡортостандың Шишмә районында төҙөлгән Евразия күсмә халыҡтары музейының визит үҙәгенә күсереләсәк.
Лилиә Мәҡсүтова






