Фәриҙә менән Илдус Сәлиховтар 8 бала тәрбиәләй, быға тиклем 5 баланы үҫтереп үҙаллы тормошҡа оҙатҡан. Ғаилә менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Алҡыштар аҫтында “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһенә Сәлиховтар ғаиләһе күтәрелә. Тулҡынланып көтөп алынған көн. Уға әҙерлек күп балалы ғаиләнең өйөндә күптән башлана. Ҡыҙҙары Катя менән Таня тантанаға күлдәктәр ҙә тектерә. Фәриҙә менән Илдус Сәлиховтар - оло йөрәкле замандаштарыбыҙ, улар 13 баланы тәрбиәгә алған.
Сәлиховтарҙың юлы балалар йортона тәүге тапҡыр 2006 йылда төшә. Әллә күпме документ йыйып, һынау аша үткән ғаилә 10 йәшлек Андрейҙы өйҙәренә алып ҡайта. Улдары эшкә шәп булып үҫә. Егет 2022 йылдың көҙөндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ҡыҙғанысҡа, ул махсус хәрби операция зонаһында һәләк була. Һәр бала - йөрәк түрендә. Ғаилә менән төшкән фотоһүрәттәр Сәлиховтар ғаиләһенең йортон биҙәй, үҙ ҡулдары менән сағыу альбом да эшләгәндәр.
Былтыр Әсәләр көнө уңайынан өлгөлө Сәлиховтар ғаиләһе “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнде. Әммә мәрхәмәтле пар өсөн иң ҙур бүләк - балаларҙың рәхмәт һүҙҙәре.
Әлфинә Килдейәрова






