Башҡортостан спортсылары Владимир Путин өсөн

Бөгөн «Zа самбо» федераль партия проекты вәкилдәре ғәмәлдәге Рәсәй Президентының кандидатураһын хуплап ҡултамғалар ҡуйҙы. Ҡултамға йыйыу Башҡортостанда өс тиҫтәгә яҡын пунктта ойошторолған. Ул 25 ғинуарға тиклем бара.

Йәмәғәтселек үҙенең әүҙем гражданлыҡ позицияһын ял көндәрендә лә күрһәтә, үҙ ҡултамғаһын ҡуйырға оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә күпләп килә. Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында, 1-се йортта урынлашҡан тБашҡортостан төбәк һайлау штабынан да халыҡ өҙөлмәй. Бөгөн бында Самбо федерацияһының Башҡортостан төбәк ойошмаһы спортсылары, «Zа самбо» федераль партия проекты вәкилдәре Владимир Путинға теләктәшлек күрһәтеп үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ