Куршевель урынына «Яҡтыкүл». Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Әбйәлил районында ял итә. Был хаҡта сәйәсмән үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.
«Урал. Башҡортостан. «Яҡтыкүл» тау шыуыу үҙәге. Өс минут йәйәү барһаң - тәрәнлеге 30 метрға еткән күл, шифахана, үҙенсәлекле дауалау ысулы булған батҡаҡ, радон һәм минераль һыу. Тау шыуып ҡына түгел, дауаланып та ял итеп була. Мәскәүҙән ни бары ике сәғәт Магнитогорск ҡалаһына тиклем осаһың. Унан 35 минутта аэропорттан машина менән килеп тә етәһең. Эргәлә генә ошондай матурлыҡ булғанда, сит илдең ҡиммәтле курорттары нимәгә кәрәк?» - тип һорау бирә Владимир Мединский.






