Өфөлә граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү рейдтарын дауам итә

Баш ҡаланың Киров районы буйынса ғына Яңы йыл байрамдарынан алып 100-ҙән ашыу рейд ойошторолған. Именлекте тәьмин итеүсе белгестәр балыҡ тотоусылар, рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыусылар һәм башҡалар менән иҫкәртеү эше алып бара. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре боҙ өҫтөнән елдерә. Байрамдар осоронда ла тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ҡотҡарыусыларҙы балыҡ тотоусылар ҡыҙыҡһындыра. Йылға-күлдәрҙәге боҙ хәүефе тураһында һәр саҡ иҫтә тотоу мөһим. Көндәрҙең һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан балыҡсылар етерлек.

Өфөнөң Киров районы буйынса Яңы йылдың тәүге көндәрендә йөҙҙән ашыу иҫкәртеү рейды үткәрелгән. Профилактика барышында 200-ҙән ашыу балыҡсы менән хәүефһҙеҙлек ҡағиҙәләре буйынса әңгәмә ойошторолған.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыусы балаларҙы ла иғтибарҙа тота. Өфөлә 20-нән ашыу рәсми боҙ ҡаласығы бар һәм уларҙа хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы тау төҙөлгән.

Белгестәр әйтеүенсә, быйыл Яңы йыл байрамдары һәм каникулдарҙың тәүге көндәре уҙған йылдар менән сағыштырғанда тыныс үткән. Ғәҙәттән тыш хәл осраҡтары кәмеүе ҡотҡарыусылар өсөн үҙе бер байрам, сөнки был күрһәткестәр иҫкәртеү саралары һөҙөмтәләре.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ