Хәлим Әмиров исемендәге мәктәптә улар технология фәне уҡытыусыһынан ағас эшкәртергә, йорт йыһаздары, сувенирҙар эшләргә өйрәнә. Алдынғы уҡытыусы Илдар Ибраһимовтың эш тәжрибәһе менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.
Илдар Ибраһимов ағас эшкәртеү түңәрәгенә йөрөүсе үҫмерҙәрҙе һәр ваҡыт йылы ҡаршылай. Дәрестәрен әҙерләп, ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итеп өлгөргән малайҙар кистәрен аҙнаһына ике тапҡыр технология кабинетына йыйыла. Эш кейемдәре кейеп алғандан һуң, улар уҡытыусы етәкселегендә ағас эшкәртеүгә тотона.
Профессиональ станоктарҙа эшләгәндә барлыҡ хәүефһеҙлек саралары ла үтәлә. Үҫмерҙәр ҙә уҡытыусы аңлатҡанын иғтибар менә
Башланғыс синыф уҡыусыларына станокта эшләү рөхсәт ителмәй, шуға күрә лә улар төрлө ҙурлыҡтағы һыҙма, эскиз әҙерләү менән мәшғүл. Эш тамамланғандан һуң һәр уҡыусы хеҙмәт урынын таҙартып, тәртипкә килтерә. Үҫмерҙәр тәжрибәле остаздарынан ағас эшкәртеү технологияларын теүәл башҡарыуҙан тыш, бөхтәлеккә һәм тәртипкә лә өйрәнә.
Илдар Ибраһимов 25 йылдан ашыу мәғариф өлкәһенә тоғро хеҙмәт итә. Тәжрибәле остаз-юғары категориялы технология уҡытыусыһы етәкселегендә үҫмерҙәр республика, Рәсәй күләмендәге конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған. Илдар Рауил улының балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеп, илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә лә өлөшө ҙур, ти мәктәп директоры.
Төрлө ҙурлыҡтағы һәм биҙәктәге умарталар, затлы һауыт-һаба коллекцияһы, йорт йыһаздары, сувенирҙар... Ағастан эшләнгән әйберҙәр һәм сувенирҙар береһе лә ҡабатланмай. Хәҙерге ваҡытта ҡомартҡы һаналған еңел сананы иһә Илдар Рауил улы бала саҡта атаһы эшләгән өлгөгә оҡшатып яһаған. Был санала тимер сөйҙәр юҡ, Башҡортостанда үҫкән бөтә ағастар ҙа ҡулланылған, ти оҫта.
Технология фәне уҡытыусыһы коллекцияһында ҡайындан эшләнгән паровоз да бар. Был паровоз Яңауыл ҡалаһының символы булып тора. Уны оҫта Яңауылда тимер юлы асылыуға 100 йыл тулыуға арнап махсус рәүештә эшләгән.
Гүзәл Борханова



