Еңеүсегә мунса бураһы. Әбйәлил районы Амангилде ауыл биләмәһендә йорттарҙы Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса конкурс ойошторолдо. Ижади бәйгегә бар ауылдар ҙа әүҙем ҡушылды, урындағы халыҡ боҙҙан, ҡарҙан төрлө һындар, әкиәт ҡаласыҡтары эшләп берҙәмлеген күрһәтте. Баһалама комиссияһы биҙәлештәрҙең креатив булыуына, боҙ ҡаласыҡтарының үҙенсәлегенә иғтибарын йүнәлтте. Мөғжизәле тылсым иленән беҙҙең киләһе репортаж.
Мунса бураһымы ҡыҙыҡһындырғанмы әллә аҡсалата бүләкме, уныһын әйтеүе ҡыйын. Әммә Амангилде ауыл биләмәһендә йәшәүселәр конкурста ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар йәшәгән урындарын Яңы йыл тематикаһы буйынса биҙәне. Үтәгәндәр жюри ағзалаларын йыр-моң, аш-һыу менән ҡаршы алды. Билдәле булыуынса, урындағы үҙҙәренең берҙәмлеге менән айырыла. Төбәктә урман эше менән шөғөлләнеүсе йүнселдәр ҙә, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡты үҙ итеүселәр ҙә күп.
Бар республикалағы кеүек Әбйәлил районында ла ҡар Яңы йыл алдынан ғына күпләп яуҙы. Шуға ла конкурста ҡатнашыусыларға ҡарҙан төрлө һындар яһау ауырға төшкән. Шуға ҡарамаҫтан ауылдарҙа йәшәүселәр һынатмаған, хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн бай фантазияларын эшкә еккән.
Баһалама комиссияһы гирляндалар, яҡтылыҡ эффекттарының бар матурлығын баһалау өсөн ауылдар буйлап ҡояш байығас йөрөй. Улар шулай уҡ биҙәлештәрҙең креатив, боҙ, ҡар фигураларының төҙөклөгөнә, үҙенсәлегенә иғтибар итте.
Яңы йыл алдынан ауылдарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Был конкурс тәү сиратта ауыл халҡына байрам һәм Яңы йыл атмосфераһы тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һәр ауылдан призлы урындар яулаған хужалар аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Ә инде мунса бураһына Рысҡужа ауылынан Ласын Ғәйфуллин лайыҡ булды. Уның боҙҙан эшләгән аждаһа һыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Илдар Байбулатов






