Яңы йыл каникулы ваҡытты ғаилә менән уҙғарыу мөмкинлеге булып тора. Сөнки көндәлек мәшәҡәттәр менән беҙ яҡындарыбыҙға иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Ғаилә йылын Яңы йыл ғаилә уйындарынан башлайбыҙ.
Был сара Башҡортостанда йола буйынса йыл һайын ғинуар башында үткәрелә. Уның ойоштороусылары булып Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе. сығыш яһай. Ғаилә уйындары 11 ғаинуарға тиклем дауам итә. Ә ай аҙағында, 26-һында, сараның финалы уҙа Унда иң етеҙ спорт ғаиләләре осраша, тип яҙған Республика башлығы социаль селтәрҙәрҙә.



