Ҡыйғы районы үҙәгендә һыу торбаларын үткәреү дауам итә

Ауылға таҙа һыу. Ҡыйғы районы үҙәгендә һыу торбаларын үткәреү дауам итә. Үрге Ҡыйғы ауылының ҡайһы бер йорттарында быға тиклем һыуҙы шишмәнән ташығандар. Хәҙер халыҡ өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Шулай ҙа яңы биҫтәләрҙә эсәр һыу тәьминәте мәсьәләһе көнүҙәк ҡала. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Сабый баланы ҡарау хәҙер күпкә еңелерәк. Моратовтар был йортто былтыр һатып алған. Ярты йыл һыуһыҙ интегәләр. Йәшәү Башта уны урамдағы ҡоҙоҡтан, шишмәнән ташыйҙар. Торлаҡҡа һыу үткәрелгәс тә, айырыуса йәш хужабикә шатлана.

Үрге Ҡыйғы ауылында һыу тәьминәте мәсьәләһе 3 йыл элек үк хәл ителергә тейеш булған. Тик яңы һыу үткәргесте файҙаланыуға тапшырыу мөҙҙәте уҙа. Район үҙәгендә бөгөнгәсә йорттарҙы һыуға тоташтырыу дауам итә. Ҡайһы бер биҫтәләрҙә торба һалынған, ә һыу ебәрелмәгән. Башлыса халыҡ үҙәкләштерелгән системанан һыу ала. Әммә уның да сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел.

Тик һыуҙың ҡатылығы мәсьәләһе оҙаҡламай хәл ителәсәк. Район үҙәгендә «Таҙа һыу» федераль программаһы сиктәрендә яңы һыу һурҙырыу башняһы төҙөлә. Уның скважиналары ҡаҙылған да инде.

Әле район үҙәген бер нисә һыу сығарыу башняһы хеҙмәтләндерә. Яңыһы уларҙың барыһын да ҡеүәте буйынса алмаштыра аласаҡ. Район үҙәге халҡына тағы ла аҙ ғына көтөргә кәрәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ