Бөрйән районында «Ҡаһарманлыҡ ордены» кавалеры, Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә батырҙарса һәләк булған Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры үтте. Сара сиктәрендә Филүс Мөбәрәк улының тыуған мәктәбе стенаһына ҡуйылған таҡтаташ та яңыртылды.
Байназар ауылында Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры 2017 йылдан, ул ваҡытта мәктәп директоры булып эшләгән Йәмил Ҡотлобаевтың тәҡдиме менән ойошторола. Спорт ярышы берҙән йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы, икенсенән, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Байназарҙар әйтеүенсә, халыҡ үҙенең ҡаһарман улдарын оноторға тейеш түгел.
Ауылда Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей ярыштары үткәреүҙән тыш, мәктәптә батыр исемендәге класс асылған, Филүстең әсәһе, ауылдың ағинәйе Таңһылыу Нурғәлина алдынғы уҡыусыларға улы исемендәге премия ла булдырған. Хоккей буйынса турнирға килгәндә, спорт ярышы йыл һайын күмәк кеше ҡатнашлығында шаулап-гөрләп уҙа. Командалар төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙән туплана. Был юлы ла уйын уҡыусылар, студенттар, ауыл йәштәре араһында барҙы. Ғөмүмән, Байназарҙа сәләмәт тормош алып барған, спорт яратҡан халыҡ йәшәй, ти ойоштороусылар. 2 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҙур ауыл быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсында ла ҡатнаша.



