Өфөнөң Дим биҫтәһендә Раштыуа байрамы уңайынан саңғы ярышы үтте

Баш ҡалала йәшәүсе йөҙгә яҡын саңғысы дүрт йәш категорияһында көс һынашты. Быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған спорт сараһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Ярышта Батталовтар ғаилә менән ҡатнаша. Ғаилә башлығы үҙе яратҡан спорт төрөнә балаларын да ылыҡтырған. Фиништан һуң спортсылар эҫе сәй менән һыйлана һәм иртәгәлеккә план ҡора. Улар ҡалала уҙған саңғы ярыштарын ҡалдырмай.

Ярышта иң кесе ҡатнашыусыға 5 йәш булһа, иң олоһона һикһән. Фәрит Ниғәмәтйәновҡа 72-не бирерлек тә түгел. Старт алдынан күнекмә яһап алыу финиш һыҙығын беренсе булып үтергә ярҙам итә ти уҙаман.

Дим биҫтәһендәге паркта саңғы юлы 800 метр самаһы. Саңғысылар әйтеүенсә, көндөң һыуытыуы ҡар шыуыу өсөн яйһыҙыраҡ. Әммә байрамса күтәренке кәйеф менән ярыш сәме бар.

Еңеүселәр бүләктәр алып ҡыуанды. Саңғысылар билдәләүенсә, иң мөһиме беренсе йә икенсе килеү түгел, ә үҙ-үҙеңде еңеү, сөнки ҡышҡы спорт төрө ихтыяр көсө тәрбиәләй, сәләмәтлекте нығыта.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ