Бөгөн төндә Бишбүләк районы Олховка ауылында ағас йорт янған. Утта 1960 йылғы ир һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле янғын сәбәптәре тикшерелә. Бөгөн Белорет ҡалаһында ла янғын булған. 1969 йылғы ҡатындың тәне ныҡ бешкән. Ул дауаханала, реанимацияла үлгән.







