Ошо суммаға 77 мәктәп ремонтланған, өс поликлиника һәм 98 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм йыһаз һатып алынған. Бынан тыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалалары һәм Дыуан районында медицина колледждары филиалдары асылды. Йәмәғәт биләмәләре, юлдар, мәҙәниәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, авариялы торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды.







