Республика мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, бәйгелә ҡала һәм район кимәлендә еңеүселәр, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Татарстандан 9-11-се кластарҙан 287 уҡыусы белемен һанап ҡараны. Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе урта мәктәбе уҡыусылары мәртәбәле ярышта ҡатнашып, йыл да призлы урындар яулай. Быйылғы олимпиадала ла уңышлы сығыш яһаныҡ, 11-се кластан Венера Хисамова, 10-сынан Диана Бикәнәева, 9 кластан Аслан Әхмәтйәнов еңеүсе булды, ти ветеран-уҡытыусы Сания Ҡуҙбаева.
Республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара Олимпиада 38-се тапҡыр уҙғарыла.




