Яңы йылдың тәүге оператив кәңәшмәһе эшлекле маҡсаттарҙан башланды

Яңы поликлиникаларҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға, Өфөлә автобустар маршрутын арттырырға. Яңы йылдың тәүге оператив кәңәшмәһе эшлекле маҡсаттарҙан башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙарҙы иғтибарға алып, байрам осоронда башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Яңы йыл байрамдары республикала ғәҙәттән тыш осраҡтарһыҙ, тыныс шарттарҙа үтте. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә байрам осорона йомғаҡ яһалды, маҡсаттар билдәләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ, Мәсетле, Дыуан райондарында төҙөлгән медицина учреждениелары ваҡытында асылмауына яуаплы етәкселәрҙе тәнҡит утында тотто, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары һәм баш табиптарға иҫкәртеү яһалды.

Төбәктә 181 ауыл биләмәһенә зәңгәр яғыулыҡ үткәреү көтөлә. Әйткәндәй, былтырғы һөҙөмтәләр буйынса торлаҡ йорттарҙы газға тоташтырыу буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. 2021- 2025-се йылдарға иҫәпләнгән дәүләт программаһына ярашлы, республикала быйыл газ селтәрҙәре торлаҡ йорттарҙан тыш 300 социаль объектҡа тоташтырыласаҡ.

Оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалығы һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Һауа торошо үҙгәреүсән, ҡар яуыуға бәйле юл-ихаталарҙағы көрттәр менән дәғүәләр һаны артҡан. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына ҡар таҙартыу менән бәйле ярҙам һорарға оялмаҫҡа ҡушты.

Байрам осоронда янғын, ыҙғыш-талаш, туңыу һәм башҡа күңелһеҙ осраҡтар йышыраҡ аҙ тәьмин ителгән, спиртлы эсемлектәр ҡулланыусы ғаиләләрҙә теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарын кәметеү буйынса һөҙөмтәле эш тәжрибәһе Әбйәлил районы миҫалында ҡаралды. Районда ойошторолған махсус штаб ярҙамында 454 ғаилә күҙәтеүгә алынған, кәрәк саҡта балалар ваҡытлыса тәрбиәгә алына, эсеүсе ата-әсәләр медицина учреждениеһында дауалана.

Төбәктә өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған граждандар мәсьәләһе хәл ителеүе уҙған йылдың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип билдәләнде. Февраль аҙағына тиклем зыян күреүселәрҙең һуңғы төркөмөнә аҡсалата түләүҙәр ҡайтарыласаҡ, апрелдә фатир асҡыстары тапшырыласаҡ. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында был ҡаҙаныш баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда Ғаилә йылы сиктәрендә яңы инициативалар, ярҙам сараларын ойоштороу маҡсаты ҡуйылды.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ