Күләмле реконструкциянан һуң Белореттағы 8-се мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итте

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров белем усағы эшмәкәрлегенә старт биреп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың декабрендә төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында авария хәлендәге бинаны төҙөкләндерергә ҡушҡайны, объектта эш өс йылдан һуң башланып ниһайәт, тамамланды. Проект буйынса, төп корпусҡа төкәтмә төкәтелгән, был уҡыусылар һанын яҡынса ике тапҡырға арттырырға булышлыҡ иткән. Заман талаптарына яуап биргән мәғариф учреждениеһын асыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡатнашты.

Яңы йылға яңыртылған белем усағы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында видеобәйләнеш аша Белорет ҡалаһындағы 8-се мәктәпте асыу тантанаһында ҡатнашты. Авария хәлендәге бинала реконструкция эштәре төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса 2021 йылдан алып барылды. Балалар ваҡытлыса икенсе мәғариф учреждениеһында белем алды. Һәм ниһайәт бөгөн уҡыусылар өсөн генә түгел, барлыҡ педагогик коллектив, ата-әсәләр өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға - яңыртылған мәктәптә дәрестәр башлана

Мәктәпте асыу тантанаһы тамаша залында ойошторолдо, быға тиклем белем усағында ул бөтөнләй булмаған. Яңы сәхнәлә сығыш яһаған уҡыусыларҙың йөҙө лә шатлыҡ менән тулы ине. Рәхмәт һүҙҙәре йыр-бейеүҙәр аша еткерелде. Төҙөлөш проектына килгәндә, ул ике этапҡа бүленгән. Беренсеһендә - мәктәп һәм эргәләге биләмә төҙөкләндерелһә, һуңғыһы буйынса быйыл физкультура-һауыҡтырыу зонаһы булдырыу ҡаралған.

1950 йылғы бинаға ҙур төкәтмә төкәтелгән, корпустар йылы үткәүел аша тоташтырылған. Был кластар һанын 32-гә еткерергә булышлыҡ иткән, уларҙың һәр береһе 25 балаға иҫәпләнгән. Яңыртылған мәктәп хәҙер муниципалитетта ла иң ҙуры һанала, бында уҡыу бер сменала алып барыла.

Яңы йылда яңы мәктәптә тәүге ҡыңғырау яңғырағандан һуң балалар кабинеттар буйлап таралашты. Заман талаптарына яраҡлаштырылған парта, ултырғыстарҙа балалар арымай-талмай белем тауына үрләйәсәк. Проектор, интерактив ҡуйлаймалар ярҙамында дәрестәрҙә мауыҡтырғыс үтәсәк.

Әлегә учреждениеға ярты меңдән ашыу уҡыусы ҡабул ителгән. 28 педагог эшләй, уларҙың күбеһе ошо мәктәпте ҡасандыр тамамлаған. Уҡытыусылар билдәләүенсә, мәктәп танымаҫлыҡ үҙгәргән. Хеҙмәт кабинеттары һөнәри үҫеш өсөн махсус йыһазландырылған. Балаларға иркен, ҙур спорт залы, һәр ҡатта ял зоналары ла булдырылған.

Ашхана ла заманса төҫ алған, майҙаны киңәйтелгән. Яңы ҡорамалдар ярҙамында ризыҡтар ҙа күпкә тәмлерәк килеп сыға, был һүҙҙәрҙе балалар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәләй.

Проект буйынса мәктәп 800 уҡыусыға иҫәпләнгән. Урындағы етәкселек заманса белем усағында уҡырға теләүселәр күп булыуын билдәләй. Муниципалитет өсөн оло ҡаҙаныш - Ҡасандыр авария хәлендәге бина бөгөн яңыса һулыш алып, тулы ҡеүәттә эш башланы.

Гөлназ Хәйбулллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ