Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн төбәктә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы 17- 22 градусҡаса түбәнәйә. Иртәгә һәм иртәнән һуңға ла көндөң 32 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә.
Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул «2024 йылдың тәүге эш көнөндә ысын башҡорт ҡышы. Яңы йыл уңышлы һәм бәхетле булһын!» тип яҙып, эш урынынан ҡышҡы пейзаж фотоһүрәте менән бүлешкән.






