Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәре билдәләнде

Һынауҙа 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусылары, барлығы 700-гә яҡын бала ҡатнашҡан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен Башҡортостан уҡыусыларынан тыш, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Татарстан республикаһы уҡыуслары ла һынаны. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Силәбе өлкәһе егете Алмаз Бикмәтовтың сығышы бүләкләү тантанаһында берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Туған телде өйрәнеү менән бер рәттән 9-сы класс уҡыусыһы ҡурай серҙәренә лә төшөнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ул еңеүселәр рәтендә.

Яңы йыл байрамдарын Баҡалы районынан килгән уҡыусылар ҙа һөҙөмтәле үткәргән. Тиҫтерҙәре ял иткән осорҙа, уҡыусылар төбәк-ара олимпиадаға әҙерләнгән. Уларҙың тырышлығы,белемгә ынтылышы диплом һәм аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде.

Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 38-се тапҡыр уҙғарыла. Ҡатнашыусылар араһынан 300 кеше финалға үткән. Уҡыусыларға викторина һорауҙарына яуап бирергә, тест үтергә һәм тәҡдим ителгән тексҡа ҡарата лексик-грамматик эш башҡарырға тура килгән.

Күләмле сара йылдағыса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үтте. Олимпиада туған телдә уҡыусылар һәм туған телде Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында үткәрелде. Күрше төбәктәрҙән 30-ға яҡын уҡыусы ҡатнашҡан

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәр дипломдар менән генә таралманы. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә еңеүсе уҡыусыларға ниндәй урын яулауына ҡарап,10-ға тиклем өҫтәмә балл бирелә.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ