Махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙан тупланған полк командирынан геройҙар бармы, тигән һорауға. Бында барыһы ла герой. Ғаиләһен, ата-әсәһен, йылы өйөн, уңайлы эш урынын ҡалдырып ике йылға яҡын ямғыр, ҡар-бурандар, пулялар аҫтында окоптарҙа, блиндаждарҙа йәшәү үҙе үк геройлыҡ, тип яуапланы «Янычар» ҡушаматлы яугир.
Әлбиттә, иң төп геройҙар алғы һыҙыҡта. Улар тап беҙ йылы өйөбөҙҙә, яҡындарыбыҙ янында ҡалһын өсөн фронтта. Беҙ тыныс шарттарҙа йәшәһен, эшләһен, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен өсөн яуға инә. Әгәр улар алғы һыҙыҡта булмаһа, күмәк көнбайыштың ҡайҙа булыры билдәле.
Ғөмүмән, Башҡортостан махсус хәрби операцияның геройылыр ул. Республика халҡы Донбассҡа 105-се гуманитар ылауын оҙатты. Башҡа бер генә төбәк тә был тиклем ярҙам күрһәтмәй. Ныҡлы тыл, әлбиттә, уңыш нигеҙе һәм яугирҙар маҡсатына ирешеп ҡайтасағына шик юҡ. Йыл йомғаҡтарын барлағанда әлбиттә беҙҙең ваҡыт геройҙарынан башлайбыҙ.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, техникаға әүәҫлек тә «Амур» ҡушаматлы яугирға атаһынан күскән. Хәйҙәр ғүмере буйы Белоретта тракторҙа ағас сығарһа, улы инде ҡеүәтле хәрби техникала урман ҡыҙыра. Ағаслыҡ араһынан йөрөү өсөн таҫыллыҡ кәрәк, ти егет. БМП-нан башы саҡ ҡына күренеп ултырһа ла, борма-борма фронт юлынан ювелирҙарса йөрөй Амур.
Яугир үҙе утыҙ ихаталыҡ ҡына Белорет районы ауылынан. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияға төпкөлдән 6 егет юлланған.
Махсус хәрби операцияға «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы быйыл тап ошолай - күтәренке рух, еңеүгә ынтылыш менән барып инде. Батырлыҡтары менән дан алған Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге хәрби подразделениеларға танк батальоны , артиллерияһы , штурм отряды, снайперҙар һәм медицина ротаһы булған полк өҫтәлде.
«Башҡортостан» үҙ аллы медицина ротаһы булған полк. Әхмәт Дәүләтов исемендәге ғәскәри берәмек тотош фронтта иң яҡшы йыһазландырылған, барлыҡ табиптары булған хәрби подразделение.
Хәҙер махсус хәрби операцияла республиканан 19 исемле батальон ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙ дошманға баш күтәрергә лә ирек бирмәй ил һағында тора.
Республика ата-бабалар рухына тоғро ҡалып илһөйәрлек өлгөһө күрһәтә. Ватан һағына тотош дуҫтары, ғаиләләре менән баҫыусылар ҙа бар.
Һәр кемдең үҙ сәбәбе. Кемдер намыҫ ҡушыуы буйынса, бәғзеләр дуҫтары артынан, атайҙар улдарын ҡурсалау маҡсаты менән. Айгөл Аллағолова махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған улы данын яҡларға китте. Үс алырға түгел, герой улының эшен дауам итеү өсөн.
Фронт һыҙығына яҡын ғына бер ҡалала йәшәүсе Мәрйәм Әнүәр ҡыҙы ла Башҡортостан яугирҙарына әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтә. Ҡырҡ йылға яҡын Донецк халыҡ республикаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ башҡортса һөйләшеүсе яугирҙарҙы ишетеп үҙе танышып алған. Йорт-ҡаралты снарядтарҙан тишкеләнеп бөткән, ләкин ханымдың оло йөрәге , күңеле телгеләнмәгән.
Яугирҙар ҙа Мәрйәм ханымды тыуған яҡтарынан күстәнәстәр менән ҡыуандырып тора. Донбассҡа Гуманитар ярҙам килгән һайын бал, еләк ҡайнатмалары менән һыйлай. Башҡортостандан килгән ылау барыбыҙға ла етәрлек, ти яугирҙар.
Сәй, бал, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, фронт кәрәк-яраҡтары, юғары үтемле техника. Яугирҙарға ярҙам туплауҙа кесеһенән алып оло йәштәгеләргә тиклем меңәрләгән кеше ҡатнаша. Башҡортостан үҙ яугирҙарына оҙатҡан гуманитар конвой йөҙҙән ашты. Башҡа бер генә төбәк тә ул тиклем ярҙам күрһәтмәй
Төбәк башлығы үҙе лә быйыл алғы һыҙыҡта бер нисә ҡабат булды. Ҡайһы саҡта дошман позицияларына бер ике саҡырым ғына ҡалғанда ла яугирҙарҙы күрмәй үтеп китмәне.
Өйҙәгеләргә һалдаттар өсөн борсолаһы түгел. Хәйер, яугирҙарға ла. Уларҙың ғаиләләре, яҡындары ла республика ҡурсауына алынған. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары 39 төр ярҙам күрһәтелә. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн быйыл ғына 5 миллиард һум аҡса тотонолған. Яңы йылды ла фронттағылар тыныс ҡаршылай ала. Улар ҙа блиндаждарҙа шыршы биҙәй. Уйынсыҡтар урынына тыуған яҡтан килгән кәнфиттәр һәм иң ҡәҙерле бүләк-хаттар.
Айнур Кәбиров






