Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика комплексы табиптары 4-6 ғинуарҙа Благовещен, Борай һәм Балтас райондары ауылдарында эшләне. Халыҡ белгестәргә күренде, ҡайһы берәүҙәр дауаланыу өсөн йүнәлтмә алған. Бынан тыш, табиптар Стәрлетамаҡта балалар дауаханаһында медицина тикшереүе үткәрҙе. Ҡышҡы оҙайлы ялдар ваҡытында ауылдарға “Сәләмәтлек поезы”н ебәреүҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте.




