Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

1 йыл элек 88 йәшендә Башҡортостандың тәүге президенты  вафат булды. “Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостанды ҡатмарлы осорҙа етәкләне. Республиканы күп күрһәткестәр буйынса алдынғы төбәктәр рәтенә индереүгә өлгәште. Хеҙмәт кешеһе булды”,-ти Иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев.

Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен  районы Тәүәкән ауылында тыуған. 1956 йылда нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводына эш башлай. 1990 йылдан Башҡортостан республикаһының Юғары Советы рәйесе. 1993 йылда ул Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты  итеп һайлана. 1998 йылдың 4 июнендә - икенсегә, 2003 йылдың 21 декабрендә - өсөнсө мөҙҙәткә Башҡортостан Президенты була. 2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә. 2010 йылдың 12 июлендә ул вазифаһын ваҡытынан алда тамамларға теләк белдерә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә.

Фото №1 - Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ