Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ауырғазы яугиры Донецк ҡалаһында һөйгән йәрен тапҡан

Махсус хәрби операция мөхәббәткә ҡамасауламай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ауырғазы яугиры Донецк ҡалаһында һөйгән йәрен тапҡан. Борзый хәрби ҡушаматлы яугир тыуған яғына ике аҙна отпуск ялына буласаҡ тормош иптәшен дә алып ҡайтҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Йыл ярым элек махсус хәрби операцияға юлланған Юрий Барбазюк тыуған яғына икенсе тапкыр отпускаға ҡайтҡан. Быйыл ул Яңы йыл байрамында ата-әсәһенә килен ҡайтып ҡыуандырған. Донецҡ ҡалаһында йәшәүсе Екатерина менән улар бер йыл элек танышҡан һәм тиҙҙән ғаилә ҡорорға ниәтләй.

Юрий Барбазюк бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнергә , гитарала уйнарға ярата. Махсус хәрби операцияла ул пулемет взводы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ата-әсәһе улының кәләшен шатланып ҡабул иткән, сөнки алғы һыҙыҡта парлы булыу рухи көс-дәрт өҫтәй, киләсәккә ышаныс бирә, ти яугир әсәһе.

Махсус хәрби операция шарттарында йыш күрешеү, ғаилә ҡороу, әлбиттә, еңелдән түгел. Әммә йәштәр мөхәббәткә, тыныс киләсәккә ышана. Еңеү яулап, ғаилә ҡороп хыялдарҙы тормошҡа ашырырға өмөтләнә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ