Шуға ҡарамаҫтан хәл итәһе мәсьәләләр бар әле. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы яҙып сыҡты.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республиканың «Газпром» менән берлектә 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән программаһы бар. «Уның буйынса беҙ 2021 йылдан алып ҡасаба-ара биш газүткәргес һуҙҙыҡ, Мишкә, Күгәрсен, Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында 10 ауылға газ үткәрҙек. 2027 йылға зәңгәр яғыулыҡты барлығы 181 биләмәгә еткерергә иҫәп тотабыҙ.
Башҡортостанда догазификация программаһы буйынса 38 мең йортҡа газ үткәрелде. Дөйөм алғанда, республиканың догазификация программаһы буйынса 65 мең ярым йортто тәбиғи газға тоташтырыу мөмкинлеге бар. Бөгөнгә 52 мең заявка ҡабул иттелгән, был йүнәлештә эш дауам итә тип белдергән Радий Хәбиров.



