Бөгөн Башҡортостанда Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы башланды

Уҡыусылар араһындағы олимпиада 24 предмет буйынса уҙғарыла һәм 29 февралгә тиклем дауам итә. Башҡортостан төбәк этабын бөгөн француз теле буйынса олимпиада асты. Ул Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты базаһында ойошторолдо.

Быйылғы олимпиадала республика ҡала-райондарынан ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы ҡатнаша, улар барыһы ла муниципаль этап еңеүселәре. Ойоштороусылар әйтеүенсә, олимпиада талаптары Берҙәм дәүләт имтиханындағы һымаҡ. Бар процес видеокүҙәтеү аҫтында бара, аудиторияға телефон кеүек әйберҙәр индереү тыйыла. Ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта һөҙөмтәләр иҫәпкә алынмай. Республика кимәлендә еңеү яулаусылар Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ