Баш ҡала эксперттары Яңы йылдан һуң ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыу ысулдары хаҡында кәңәш бирә. Граждандарҙың өстән бер өлөшө был көндәрҙә хәле бөтөүгә , кәйефе төшөүгә зарлана. Т
абипҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең 15 проценты йыш баш ауыртыуына һәм ашҡаҙан сиренән яфаланған, ә ҡалған 10 процент беренсе эш көнөнән диетаға ултыра. Яңы йылды мул табын артында ҡаршылау традицияға әүерелгән. Әммә байрамға әҙерләнгән ризыҡтарҙы төн эсендә ашап бөтөү мөмкин түгел. Саманы онотоу һаулыҡҡа ла зыян килтерә, ти белгестәр.
Ғәҙәти эш режимына ҡайтыу һәм тышҡы ҡиәфәтте тәртипкә килтереү өсөн эҙмә-эҙлеклелек һәм режим талап ителә. Ваҡытында йоҡларға ятыу һәм иртән йоҡонан уяныу, саф һауала күберәк йөрөү, спорт менән шөғөллөнеү ҙә файҙалы.






