Башҡортостанда һауа температураһының йәнә кинәт түбәнәйеүе көтөлә

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы бер нисә көндә уртаса тәүлек температураһы норманан 8-11 градусҡа кәм була. Төндә 20-25, аяҙайтҡанда 30 градусҡаса һыуыта.

Алдағы төндә термометр бағаналары 27-32, аяҙайтҡанда 33-38 градус һыуыҡ күрһәтә. Көндөҙ 18-23, урыны менән 25 градус һыуыҡ була. Ә 12 ғинуарҙа республикала һепертмә буран сығыуы күҙаллана, һауа температураһы кинәт 6-11 градусҡа күтәрелә. Ялға ҡарай төбәккә сираттағы арктик циклон килеүгә бәйле, көн тағы ла һыуыта.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ