Бөрөлә боҙ аҫтына киткән фураны сығарыу эштәре башланды

Бының өсөн Ағиҙелдәге боҙ ярға тиклем ҡырҡып алынды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл 7 ғинуарға ҡараған төндә теркәлде. Фажиғәгә тарыған автомобиль Яр Саллы ҡалаһындағы транспорт компанияһына ҡараған. Һәләк булған водитель Красноярск крайынан. Уның кәүҙәһен водолаздар сығарҙы.

Әлеге ваҡытта дәүләт хеҙмәт инспекцияһы фажиғәле осраҡты тикшерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель боҙ аша сығыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, боҙға 10 тонналыҡ фура менән ингән. Ә бында рөхсәт ителгән максималь ауырлыҡ өс тоннанан артмаҫҡа тейеш. Был ваҡиғанан һуң урындағы халыҡ властарҙан бында стационар күпер төҙөү мәсьәләһен хәл итеүҙе һораған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ