Башҡортостанда өс ветеринар лабораторияға төҙөкләндереү өсөн сарыф ителгән сығымдар кире ҡайтарылған

Модернизацияға субсидия. Башҡортостанда өс ветеринар лабораторияға төҙөкләндереү өсөн сарыф ителгән сығымдар кире ҡайтарылған. Был «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә мөмкин булған. 2023 йылда субсидияның дөйөм күләме 11 ярым миллион һум тәшкил иткән. Аҡса нимәгә йүнәлтелгән? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Башҡорт ғилми-етештереү ветеринар лабораторияһының Мәләүез филиалына федераль субсидияның иң күп өлөшө бүленгән. Грант бинаны ремонтлау, вентиляция системаһын яңыртыу, ҡоролмалар һатып алыу өсөн сарыф ителгән сығымдарҙы ҡаплаған.

Ветеринар лабораторияла хайуандар һәм ҡоштар инфекция ауырыуҙары тикшерелә. Бынан тыш, ит, һөт, мал аҙығы сифаты ла билдәләнә. Филиал республиканың көньяҡ өлөшөндәге 5 районды хеҙмәтләндерә. Субсидия ярҙамында тикшеренеүҙәр исемлеге күпкә киңәйгән. Әйтәйек, райондар араһында беренсе тапҡыр пцр барлыҡҡа килгән. Быға тиклем бының өсөн Өфөгә йөрөргә тура килгән.

Яңы аппарат ярҙамында ҡотороу, ҡош киҙеүе, Африка сусҡа тағуны һәм башҡа ауырыуҙарҙы күпкә тиҙерәк билдәләргә мөмкин. Былтыр лабораторияла ярты миллинодан ашыу тикшеренеү үткәрелгән, бынан һуң, улар тағы ла артасаҡ. Ә субсидияның ҡалған өлөшө Ауырғазы һәм Шишмә ветеринар станцияларына йүнәлтелгән.

Башҡортостан ветеринар клиникалары милли проектҡа ике йыл элек тоташҡан. Субсидия күләме йылдан-йыл арта.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ