Республика перинаталь үҙәгендә 2023 йылда 10 мең 500 сабый донъяға килгән

Бала табыу йорто йылды уңышлы тамамлаған, үҙәктә сабыйҙар үлеме кәмегән. Республика перинаталь үҙәгендә Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларынан ҡатмарлы диагнозлы йөклө ҡатындар ҡабул ителә.

Бала менән әсәнең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дауалау учреждениеһы заманса техника менән йыһазландырылған. Реанимация бүлегендә бәләкәй ауырлыҡта тыуған сабыйҙар тәрбиәләнә. Быйыл үҙәктә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн кол үҙәк эшләй башлаған. Бала табыу йортонда Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева эш сәфәре менән булды.

Осрашыу сиктәрендә бер төркөм табиптарға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау туплауҙы ойошторған медицина хеҙмәткәрҙәренә партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең рәхмәт хаты тапшырылды.

Махсус хәрби операцияла туғаным, кейәүем хеҙмәт итә. Яугирҙарға дарыуҙар, шәхси гигена әйберҙәре йыйыуҙы ойошторҙоҡ. Ярҙам итергә теләк белдереүселәр күп булды, барыһына ла рәхмәт.

Елизавета Жевновская, Республика клиник перинаталь үҙәге акушеркаһы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ