Бөгөн халыҡ Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

Ул былтыр 88 йәшендә арабыҙҙан китте. “Мортаза Рәхимов – башҡорт халҡының бөйөк улы. Ғүмерен, тәжрибә һәм һәләтен республиканы үҫтереүгә, милләт-ара һәм дини дуҫлыҡты нығытыуға арнаны. Башҡортостанды көслө итеп, Рәсәйҙең ҡеүәтен арттырырға тырышты”. Төркмәндәр милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Сапарморат Шанглиев шулай тип белдерҙе.

Бөгөн халыҡ Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

“Тормошта ул ябай, киң күңелле, ярҙамсыл кеше булды. Һәр кемгә оло ихтирам менән ҡараны”, - ти Зилә Аксенова. Ул 1996 йылдан 2010 йылға тиклем Башҡортостан Хөкүмәтенең дәүләт наградалары бүлегендә эшләй.

Бөгөн халыҡ Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

Мортаза Рәхимов 1993 йылда Башҡортостан Президенты итеп һайлана. 2010 йылдың июленә тиклем ошо юғары вазифала ҡала. 7 февралдә Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тула.

Фото №1 - Бөгөн халыҡ Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовты иҫкә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ