Башҡортостан мотоспортсыһы Никита Богданов Рәсәй чемпионатында өсөнсө урын алды

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса ярыштың икенсе этабы Каменск-Уральскиҙа уҙҙы. Унда Өфөнән Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге вәкилдәре ҡатнашты. Ярышта майҙан хужаһы – Дмитрий Колтаков еңеү яуланы, Тольяттиҙан “Мега-Лада” командаһы өсөн сығыш яһаған яҡташыбыҙ Динар Вәлиев икенсе урын алды. Ике этап һөҙөмтәләре буйынса Никита Богданов икенсе урында килә. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының өсөнсө этабы 13-14 ғинуарҙа Шадринскиҙа үтә.

Фото №1 - Башҡортостан мотоспортсыһы Никита Богданов Рәсәй чемпионатында өсөнсө урын алды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ