Республикала мәктәп уҡыусылары араһында фән олимпиадаларының төбәк этаптары башланды. Ошо көндәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында француз теле буйынса һынауҙар үтә. 13 ғинурҙа астрономия буйынса интеллектуаль ярыш ойошторола. Быйыл 24 фән буйынса олимпиадалар ойошторола. Унда 4,5 мең өлкән класс уҡыусыһы ҡатнаша. Төбәк этабында еңгән уҡыусылар тейешле йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инә ала.







