Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, экологияға бәйле закон проекты өйрәнелә. Уға ярашлы урындағы үҙидара органдары айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдыра ала. Улар туристик-рекреацион урын һәм тәбиғәт резерваты тип атала. Закон проекты тирә-яҡты һаҡлау һәм туризмды үҫтереү маҡсатынан әҙерләнгән. Документ ғинуарҙа парламенттың пленар ултырышында тулыһынса ҡабул ителеүе көтөлә.







