Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла

Башҡортостанда Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына бағышланған саралар уҙғарыла. Бөгөн ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, Мортаза Рәхимовтың ҡаҙаныштарын иҫләйбеҙ. Уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. 7 февралдә төп сара - Башҡортостандың беренсе президентына һәйкәл асыу тантанаһы була. Ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы ҡаршыһында урынлаштырыла. Монументтың авторы - скульптор Салауат Щербаков. Ошо уҡ көндә, Өфөнөң Энгельс һәм Беренсе май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта мемориаль таҡтаташтар асыла. Башҡортостандың беренсе президенты бер йыл элек 88 йәшендә вафат булды.

Фото №1 - Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ