Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоротай рәйсе Константин Толкачев махсус хәрби операцияла Башҡортостан батальондарының рухи остазы булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм отец Виктор менән осрашты.
Мәғлүм булыуынса, отец Виктор менән Хәмзә хәҙрәт махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта, дин әһелдәре бар яҡлап та яугирҙарҙың терәк-таянысы, рухи ярҙамсыһы булып тора. Бөгөн дә улар Парламент етәкселегенә егеттәрҙең үтенестәре, теләк-тәҡдимдәре менән килгән. Һорауҙар гуманитар ылауҙарҙы ойоштороуға ла, яугирҙарҙың ғаиләләрен яҡлауға ла, социаль ярҙам сараларына ла ҡағыла.
Хәмзә хәҙрәт Хафизов әйтеүенсә, Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү буйынса даими эш алып бара, илдең башҡа төбәктәренә өлгө булып тора. Шуға ҡарамаҫтан ваҡыт үтеү менән яңы һорауҙар, мәсьәләләр килеп тыуа, уларҙы хәл итеү, эшмәкәрлекте камиллаштырыу талап ителә. Мәҫәлән, әлеге көндә актуаль һорауҙарҙың береһе - Башҡортостандан контракт буйынса килгән егеттәрҙе үҙебеҙҙең батальондарға беркетеү, сөнки уларҙы башҡа подразделениеларға ебәреү осраҡтары ла күҙәтелә. Ә улар яҡташтары менән бергә булырға теләй.
Хәмзә хәҙрәт Хафизов менән отец Виктор Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың граждандар институты, матбуғат һәм дин комитеты ултырышында ла ҡатнашты. Дин әһелдәре депутаттарға яугирҙарҙың сәләмен, ҡануниәткә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.
Комитет депутаттары әйтеүенсә, егеттәрҙең үтенестәре ҡануни документтарҙы ҡабул иткәндә иҫәпкә алынасаҡ. Ултырышта шулай уҡ тиҫтәгә яҡын закон проекты ҡаралды. Улар коммерция булмаған ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә, һайлауҙарға ҡағыла. 2024 йыл - һайлауҙар йылы, мартта Рәсәй Президентын, көҙ Башҡортостан башлығын һайлайбыҙ. Мөһим сәйәси ваҡиғаға федераль кимәлдә лә, төбәктә лә ҙур иғтибар бирелә. Кампания алдынан Республиканың һайлау кодексына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү күҙаллана, закон проекты парламентҡа беренсе уҡыуға сығарыла.






