Төбәктә Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды хуплап ҡултамғалар йыйыу дауам итә

Башҡортостанда Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды хуплап ҡултамғалар йыйыу дауам итә. Был эш менән ирекмәндәр һәм республиканың йәштәр ойошмалары шөғөлләнә. Улар рәтендә йәштәр сәйәсәте лигаһы ла бар. Бөгөн команданың лидеры Башҡортостандың төбәк һайлау штабында үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы. Әле Өфө,Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет, Бөрө, Ағиҙел, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары һәм Шишмә ҡасабаһында 29 урында ҡултамғалар йыйыу пункты эшләй.

Бөгөн илебеҙ оло һынау кисергән осорҙа берләшеү мөһим. Ҡултамғалар йыйышырға килгән ирекмәндәрҙең, Президентлыҡҡа кандидатты хуплаусыларҙың да күпләп килеүе сикһеҙ ҡыуандыра.

Азат Килсенбаев, Башҡортостандың «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы лидеры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ