Республиканың алты башҡорт балалар баҡсаһы «Һомай»лы булды

Мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре Өфөгә килеп, башҡорт телендә һөйләшкән тәүге аҡыллы колонка менән эшләргә өйрәнде. «Һомай» менән башҡорт һәм рус телдәрендә аралашырға мөмкин, һорауҙарға яуап бирә, тәржемә итеү функцияһы бар, халыҡ ижады өлгөләре менән таныштыра. Балалар баҡсаларына таратылған колонкалар башта һынау үтәсәк, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡоролманы тағы ла камиллаштырыу ҡаралған. Проект авторҙары тәрбиәселәр менән даими бәйләнештә буласаҡ. Мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре аҡыллы колонканы балалар өсөн йырҙар, бейеү көйҙәре менән дә байытырға тәҡдим яһаны.

Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә республика белем усаҡтары ла «Һомай»лы буласаҡ. «Аҡыллы» колонканың башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыуҙа әһәмиәте ҙур. Заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесы ла күпкә мауыҡтырғыс буласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ