Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Унда мәшһүр ғалим, дин белгесе һәм яҙыусының Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәтенә индергән өлөшөнә баһа бирелде. Ризаитдин Фәхретдинов Һамар губерняһында, хәҙерге Татарстандың Әлмәт районында тыуа. Ғәрәп, фарсы, төрөк, рус телдәрен яҡшы белә. Ул Рәсәй һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән мосолмандар араһында рухи бәйләнештәрҙе нығытыуға күп көс һала. Көнбайыштың империализм сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай. “Ваҡыт” газетаһы һәм “Шура” журналында эшләй. “Ризаитдин Фәхретдинов бай фәнни мираҫ ҡалдырған. Уның ҡулъяҙмаларын ентекләп өйрәнеү мөһим”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Ризаитдин Фәхретдинов 1922 йылда Рәсәй һәм Себер мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайлана. 1936 йылда 78 йәшендә вафат була, Өфө йәмиғ мәсете янында ерләнә. Киләһе аҙнала республика Милли китапханаһында “Ризаитдин Фәхретдиновтың ижады һәм ғилми мираҫы” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторола. Өфөләге Рәсәй ислам университеты бөйөк шәхестең исемен йөрөтә.

Фото №1 - Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ