1703 йылдың 13 ғинуарында Петр 1-се указына ярашлы, “Ведомости” газетаһының 1-се һаны донъя күрә. Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай. Был дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газета-журнал таратыусыларҙың байрамы ла. Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө баҫма нәшер ителә, республикала 1 меңгә яҡын традицион һәм 200 самаһы электрон баҫма иҫәпләнә.







