Сәнәғәтте үҫтереү фонды Белорет йылытыу ҡорамалдары етештереү заводын модернизациялауға булышлыҡ итәсәк. Был алым етештерелгән продукция күләмен 30 процентҡа арттырыу мөмкинлеге бирә. Һатып алынған юғары технологиялы ҡорамалдар хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм продукцияның үҙҡиммәтен кәметәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда 225 мең берәмек йылытыу пушкалары сығарыу күҙаллана.



