Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә бөтә республиканың медиатармағы вәкилдәре йыйылды

13 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә йола буйынса бөтә республиканың медиатармағы вәкилдәре йыйылды. «Башинформ» агентлығының конференц-залында Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үткәргән республика конкурстары еңеүселәре билдәләнде.

Бөгөн республикала ике меңдән ашыу журналист иҫәпләнә, улар 150 яҡын ваҡытлы матбуғат баҫмаларында хеҙмәт итә. Гәзит-журналдар 6 телдә сыға. Рәсәй матбуғат көнөндә шулай уҡ теле һәм радио тапшырыуҙар авторҙары тәбрикләнде. Башҡортостан журналистар союзы яңы ағзалалар менән тулыланды. Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн хеҙмәттәштәребеҙгә Рәсәй Журналистар союзының Почет грамоталары тапшырылды.

Бөгөн беҙҙең матбуғат баҫмалары халыҡтың тормошо, донъяла һәм илдә барған ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирә, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй тип билдәләнде бүләкләү тантанаһында. Яугирҙарыбыҙ ҡорал тотоп, ил һағына баҫһа, журналистар осло ҡәләме, үткер фекере ярҙамында мәғлүмәт дөрөҫлөгө өсөн көрәшә. Матбуғат һәр ваҡыт йәмғиәт кәйефенә йоғонто яһауҙың нескә механизмы, уның рухи һәм интеллектуаль сәләмәтлегенең үҙенсәлекле күрһәткесе булып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ